бабич фото

Донъяға

Әй донъя, шашма,
Юҡты алдашма:
һинең хәлеңә
Мин бит бик әшнә.
Беләм: һин ялған,
Белеп, алданмам!

Алдама мине,
Яҙың күрһәтеп,
Аулама мине,
Ҡыҙың күрһәтеп:
Яҙың киң түгел,
Ҡыҙың тиң түгел.

һалҡын аҡылың
Үҙеңә булһын,
Теймә күңелемә,
Үҙемдә торһон:
Күңелем ялҡын,
Ғүмерем алтын.

Үҙ маяғымды
Үҙемсә ҡаҙап,
Үҙ һабағымды
Үҙемсә аңлап,
Юлдар яһармын,
Шулай йәшәрмен.

Күктә осормон,
Йондоҙ үбермен,
Диңгеҙ кисермен,
Теләһәм нишләрмен:
Мин ирек ханы,
Ханы, солтаны.

Мин үҙем әҙәп,
Үҙем нәзәкәт!
Донъя үҙемә
Итһен итәғәт!
Иманым — үҙем!
Ҡөрьәндер — һүҙем!

Нәзәкәт — гүзәллек.
Итһен итәғәт — буйһонһон.

© Шәйехзада Бабич.